top of page

Кластан тыш  эшмәкәрлек

   Баланы шәхес булараҡ үҫтереүҙә халыҡ аҡылына һәм тәжрибәһенә таянылған, тормош һабаҡтарына нигеҙләнгән кластан тыш саралар мөһим роль уйнай.  Мин халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, быуаттар дауамында тупланған рухи, матди байлығыбыҙҙы бөгөнгө көнгә яраҡлаштырып, халыҡтың үҙенә кире ҡайтарыу, рухи яҡтан һау-сәләмәт балалар тәрбиәләү буйынса ла даими эш алып барам.                                              

   Кластан тыш  эшмәкәрлек , кластағы дәрес үҫеше булып, яңы дәрестәргә ыңғай йоғонто яһарға, уларҙың балаларға йоғонтоһон, тәьҫир итеү көсөн күтәрергә тейеш. Мин тыуған яҡты өйрәнеү буйынса кластан тыш эшмәкәрлек алып барам. Уҡыу программаһында башҡорт халыҡ ижады,  Әлшәй еренә ҡағылышлы дәрестәр ҡаралған. Курс сиктәрендә беҙ уҡыусылар менән тематик күргәҙмәләргә, мастер-кластарға йөрөйбөҙ. Конкурстарҙа, ғилми конференцияларҙа ҡатнашабыҙ. Уҡыусылар ҙур ҡыуаныс менән был эште башҡаралар. 

bottom of page