top of page
Уҡытыусы! 
Ошо исемдән дә 
Бөйөгөрәк ниндәй исем бар?!
Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар.
Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем  бар.
              Р. Шаммас
Үҙем хаҡында

Мәктәп -иң мөғжизәле ил, һәр кемдең башланғысына юл һалыусы йорт.Был илдә мин бына 23 йыл инде Раевка 4-се һанлы урта мәктәбендә, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытам.Башҡорт халҡының тарихы,мәҙәниәте,йолалары,күренекле шәхестәре менән таныштырам.Тыуған ергә,туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында балаларҙы шәхес итеп үҫтереүҙе күҙ алдында тотам

Маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталар

Белемгә яңылыҡ аша

Бөгөнгө көндә бала күңеленә ни һалыу һәм нисек һалыу айырыуса мөһим. Бөгөн яңыса уҡытыу- заман талабы.Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, телде аңларға, аралашырға өйрәтеү өсөн отошло алымдар, яңы технологиялар ҡулланам.

   Әммә интернет, яңы технологиялар заманында уҡыусыларҙың күңел торошона иғтибар күп бүлергә кәрәк. Киләсәктә ҙур шәхес, илебеҙгә кәрәкле граждандар тәрбиәләр өсөн, уларҙың эске донъяһы, күңел торошон юғары кимәлгә үҫтереү мөһим, сөнки бөйөк Мостай Кәрим  әйткәнсә:"Юғарылыҡты билдәләй тик юғары күңел !"

Белемде үҫтереү курстары

 Отзывы

Ҡәҙерле Илвера Мәжит ҡыҙы!

 Бөтә класс исеменән рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә һаулыҡ,түҙемлек теләйем. Һеҙ - яҡшы уҡытыусы.

                Уҡыусығыҙ Цыплюк Виктория

"

Илвера Мәжит ҡыҙы!

 Һеҙгә ижади уңыштар теләйем.

         Рәжәпова Алина Рәис ҡыҙы 

"

"

 Илвера Мәжит ҡыҙы -  көслө рухлы,ижади кеше.Мин уны тик ыңғай яҡтан ғына беләм . Ул үҙ һөнәренә,яратҡан эшенә, уҡыусыларына ҡарата талапсан һәм тырыш. Коллегалары алдында абруй яулаған, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыр, кәңәштәр бирер  уҡытыусы. Һеҙгә ижади уңыштар һәм яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем.

 Алфинур Миннулла ҡыҙы.

bottom of page